+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 18:49

ВЕТЕРАН ҠЫҘЫНЫҢ ИЖАДИ ЙЫЙЫНТЫҒЫ ДОНЪЯ КҮРҘЕ

«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» төбәк проекты сиктәрендә Нефтекама ҡала округының Әмзә ауылы мәҙәниәт йорто ирекмәндәре һуғыш ветераны ҡыҙы Людмила Воронинаның йырҙар һәм хикәйә йыйынтығын төҙөнө, биҙәне һәм баҫты. Йыйынтыҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған.

Людмила Григорьевна бәләкәйҙән йырҙар ижад итә, башҡара. Үҙе былай ти: «Минең йырҙарым тормош ваҡиғаларына, эске кисерештәргә, ишеткән тарихтарға яуап булараҡ тыуа торғайны. Уларҙа образлылыҡ һәм эмоциялар, наҙ һәм тормош аҡылы күп».

Йыйынтыҡҡа «Людочканың перәниге» тигән хикәйә лә ингән. Әҫәрҙә Людмила Воронинаның атаһы һуғышҡа киткән сағында ҡыҙы тешләгән перәникте һалып алыуы тураһында һөйләнелә. Людочканың перәниген ул, талисман кеүек итеп, бөтә һуғыш буйы һаҡлап йөрөтә һәм уның менән бергә өйөнә ҡайтып инә.
Ирекмәндәр йыйынтыҡты Әмзә ауыл моделле китапханаһына тапшырған.

Читайте нас: