+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 12:48

БӨГӨН – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ! Байрам менән, дуҫтар!

Бөгөн – башҡорт теле көнө! Халҡыбыҙ шағиры Рәми ҒАРИПОВ яҙғанынса, Әсәм теле миңә - сәсән теле, Унан башҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

БӨГӨН – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!
Байрам менән, дуҫтар!
Бөгөн – башҡорт теле көнө! Халҡыбыҙ шағиры Рәми ҒАРИПОВ яҙғанынса,
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Был көн арҙаҡлы шәхесебеҙ, мәғрифәтсе, сәсән Мифтахетдин Аҡмулла тыуған көн, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тәҡдиме менән, БР Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, башҡорт теле көнө тип иғлан ителгәйне. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан иткәйне, был тәҡдим дә юғары даирәләрҙә хуплау тапты. Ошо ыңғайҙан, бөгөн башҡорт телен, халҡыбыҙың мәҙәниәтен һаҡлауға арналған күп төрлө саралар үтә.
Читайте нас: