+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 13:49

БЕҘҘЕҢ ЯҠҠА КИЛЕГЕҘ, ГҮЗӘЛЛЕГЕН КҮРЕГЕҘ...

«Башҡортостан Республикаһында һөнәрҙәр аҙналығы» сиктәрендә үткәрелгән экологик һәм ауыл туризмы өлкәһендәге конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

«Башҡортостан Республикаһында һөнәрҙәр аҙналығы» сиктәрендә үткәрелгән экологик һәм ауыл туризмы өлкәһендәге конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Конкурс «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ итеү» милли проектына ярашлы үткәрелде. Ул республикала эске һәм ситтән килеүселәр өсөн экологик туризмды үҫтереү буйынса иң яҡшы тәҡдимдәр һәм фекерҙәрҙе билдәләү, уларға ярҙам итеү, шулай уҡ бизнес-проекттарҙы башлап ебәреү маҡсатында ойошторолғайны. Конкурста ҡатнашыусылар тәүҙә «Проектлау эшмәкәрлеге нигеҙҙәре. Грант биреүселәргә күҙәтеү, грантлы ярҙам төрҙәре» тигән белем биреү программаһын өйрәнде.

Конкурсҡа йомғаҡ яһаусылар Ләйсән Сөләймәнованы һәм уның тур «Стәрлебашҡа өләсәйгә ҡунаҡҡа» тигән турын еңеүсе тип тапты, шулай уҡ Татьяна Ибәтуллинаның «Сикйылға» экологик ауылына сәфәр турын, Сергей Смирновтың «Бөрө – Бахтыбай. Һөнәрсе сауҙагәрҙәр» туристик маршрутын, Айгөл Усманованың Архангел районында ауыл туризмы проектын билдәләне.

«Һөнәрҙәр аҙналығы» Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм БР Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы тарафынан традицион һөнәрселәрҙе, кәсепселәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү һәм тармаҡты коммерциялаштырыу маҡсатында ойошторолғайны.

Читайте нас: