+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2020, 12:55

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТАҒЫ БЕР АУЫЛЫ ФАП-лы БУЛДЫ

Дүртөйлө районының Ивачево ауылы 180 йорттан тора, унда 480-ләп кеше йәшәй. Ошо халыҡтың өстән бере – балалар, ҡарт-ҡоро ла күп кенә. Шуға фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын бик көтәләр ине бында.Теләктәре тормошҡа аша: "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә заманса ФАП төҙөлөп-ҡоролоп бөттө. Беренсел медицина-санитар ярҙамын үҙ ауылдарында ала аласаҡ Ивачевола йәшәүселәр.

Дүртөйлө районының Ивачево ауылы 180 йорттан тора, унда 480-ләп кеше йәшәй. Ошо халыҡтың өстән бере – балалар, ҡарт-ҡоро ла күп кенә. Шуға фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын бик көтәләр ине бында.

Теләктәре тормошҡа аша: "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә заманса ФАП төҙөлөп-ҡоролоп бөттө. Беренсел медицина-санитар ярҙамын үҙ ауылдарында ала аласаҡ Ивачевола йәшәүселәр.

Фельдшер Регина Шәмсүвәрова әйтеүенсә, бинаға мебель, шулай уҡ ЭКГ аппараты, кислород ингаляторы кеүек иң кәрәкле ҡорамалдар килтерелгән. Пунктҡа һыу һәм канализация үткәрелгән. Әле документтар төҙөп, рәсмиләштереү эше бара икән.

Киләһе йыл Дүртөйлө районында тағы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу планлаштырыла.

Читайте нас: