+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2020, 13:11

СТӘРЛЕТАМАҠТА ЮЛДАР ЯҠШЫРА

Быйыл Стәрлетамаҡ «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты аҡсаһына бөтәһе 15,7 километр оҙонлоғондағы юл ремонтланды, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Быйыл Стәрлетамаҡ «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты аҡсаһына бөтәһе 15,7 километр оҙонлоғондағы юл ремонтланды, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Суханов урамы – Стәрлебаш тракты – Ильич урамы саты һәм Коммунистик – Ҡаранай Моратов – Урау урамдарының әйләнмә хәрәкәтле саттарына реконструкция үткәрелгән.
Шулай уҡ милли проект ярҙамы менән 3 яңы светофор ҡуйылған, тағы 8-е заманса итеп яңыртылған.

Был саралар автомобиль юлдарын яҡшырта төшкән, юл хәрәкәтен хәүефһеҙерәк иткән.
2021 йылда милли проект сараларын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк, 11,9 км юлды йүнәтеү, 12 светофор объектын яңыртыу планлаштырылған.

Читайте нас: