«Башҡортостан Республикаһында һөнәрҙәр аҙнаһы» тамамланды. Ул ВДНХ-ЭКСПО-ла барҙы. Күргәҙмә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ итеү» милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ойошторолғайны.
Оҫталар күргәҙмәгә үҙ ҡулдары менән етештергән кейем, аяҡ кейеме, көмөш биҙәүестәр, йорт йыһаздары, ағасты һырлап яһаған әйберҙәр, керамика, күн-тире әйберҙәр ҡуйғайны. Һөнәр эйәләре сара барышында кәсепте табыш сығанағына әйләндереү буйынса дәрестәр алды.
Күргәҙмә ахырында төрлө номинацияларҙа «Йыл һөнәрмәне – 2020» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Бына улар:
Күргәҙмәлә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Ҡазан, Һамар, Силәбе, Волгоград, Пермь, Липецк, Тольятти ҡалаларынан һөнәр эйәләре ҡатнашты.