-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 00:56

ФӘРИҘӘ ҠУДАШЕВАНЫҢ ТЫУЫУЫНА 100 ЙЫЛ

2000 йылдың майында Бөйөк Еңеүҙең сираттағы юбилейы айҡанлы район хакимиәтенән әсәйем мәрхүмәгә “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ял итеү өсөн йүнәлтмә бирҙеләр. Шунда әсәйем менән бергә Фәриҙә Ҡудашева ла ял иткән.

Концерт менән беҙҙең ауылға килгәндә Фәриҙә Ҡудашева Бәхти Ғайсин менән берҙгә төшә, мунса инә, ҡунаҡ була торғанйы. Әсәйем Фәриҙә Ҡудашева быны онотмаған тип уйлай. Әсәйем, алдына сығып, йырсыға:

– Һаумы, Фәриҙә һеңлем, – тип өндәшкән. Бөйөк йырсы, боролоп, әсәйемә оҙаҡ ҡына ҡарап торған да:

– Ай-һай, һеңлең микән? – тип яуап биргән.

Кис барһам, әсәйем аптырап ултыра:

– Фәриҙә Ҡудашеваға нисә йәш ул? – ти.

Икенсе көнөнә эшкә барғас, асыҡланым да әсәйемә былай тинем:

– Фәриҙә Ҡудашева 1920 йылғы, тимәк, 80 йәш.

Әсәйем:

–Ҡалай уңайһыҙ булды, минән ете йәшкә өлкән икән, – тип һөйләнеп ҡуйҙы.

1927 йылда тыуған әсәйем, һуғыш йылдарында тракторҙа эшләп, 89 йәше тулыр-тулмаҫ баҡыйлыҡҡа күсте.

Бөйөк Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына – 100 йыл. Ошо юбилей айҡанлы әсәйемде лә иҫкә алып ултырам.

Читайте нас: