+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 00:49

Төндәлектәр ТУҠАЙҘЫҢ КҮРӘҺЕЛӘРЕ БӨТМӘГӘН ӘЛЕ...

80-се йылдарҙа Ғабдулла Туҡайҙың тыуған ауылы Ҡырлайға обком вәкилдәре килеп төшкән һәм бөйөк шағирҙың сираттағы тыуған көнөн үткәреүҙе ойошторорға ҡашҡан. Хужалыҡ рәйесе менән партком секретарына: “Тырмаға төштөк, сәсеүҙе башлайбыҙ”, – тип аҡланыуҙары ла ярҙам итмәгән. Көнө буйы быларға байрам сараларында ҡатнашырға, байтаҡ халыҡты эштән айырырға тура килгән.

80-се йылдарҙа Ғабдулла Туҡайҙың тыуған ауылы Ҡырлайға обком вәкилдәре килеп төшкән һәм бөйөк шағирҙың сираттағы тыуған көнөн үткәреүҙе ойошторорға ҡушҡан. Хужалыҡ рәйесе менән партком секретарына: “Тырмаға төштөк, сәсеүҙе башлайбыҙ”, – тип аҡланыуҙары ла ярҙам итмәгән. Көнө буйы быларға байрам сараларында ҡатнашырға, байтаҡ халыҡты эштән айырырға тура килгән.

Клубта Туҡайҙың шиғырҙары яңғыраған, уның ауыр бала сағы, етемлек михнәттәре хаҡында һөйләгәндәр. Кисә, ғәҙәттәгесә, ҙур банкет менән тамамланған. Мәжлестән һуң иң аҙаҡҡы булып хужалыҡ рәйесе менән партком башлығы ҡайтырға сыҡҡан һәм Туҡай һәйкәле янында туҡтағандар.

Түрәләрҙең береһе шағирҙың һәйкәленә ҡарап-ҡарап торған да:

– Ҡуй инде, туған, үҙең дә изгелек күрмәгәнһең, беҙгә лә тыныс ҡына эшләргә мөмкинлек бирмәйһең, – тип әйткән, имеш.

Үкенескә ҡаршы, бөйөк шағир булыу ғына баҡыйлыҡҡа күскәс тә төрлө ыҙаларҙан ҡотҡармай икән шул.

Бер нисә ай элек Өфөнән бер “башҡорт шағиры”, ғөмүмән, Туҡайҙың барлығын шик аҫтына ҡуйып яҙып сыҡты. Ул шундай дәлилдәр килтерә, хатта үҙе шағирҙың эргәһендә шәм тотоп торған һымаҡ итеп яҙа.

Ә Әстерханда вандалдар унан да үҙҙырып ебәрҙе. Улар шағирҙың һәйкәлен зәңгәргә буяғандар, ул ғына етмәгән, еңенә свастика төшөргәндәр. Әле хулигандарҙы эҙләү бара.

Ләкин шағирҙы күпме генә түбәнһетергә тырышмаһындар, Туҡай барыбер бөйөк шағир булып ҡала.
Читайте нас: