Мәсетле районының Әжекәй ауылы халҡы яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын Яңы йыл бүләге тип ҡабул итте. ФАП "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү" төбәк проектына ярашлы төҙөлдө.
Иҫке пункт 1964 йыл төҙөлгән яраҡлаштырылмаған иҫке бинала көн итте. Унда эшләгән кешегә, килгән кешегә лә уңайлы түгел ине. Шуға заманса ФАП-ты халыҡ түҙемһеҙләнеп көттө.
Яңы – яңы инде, бөтә кәрәк нәмәһе бар, йылы, ялт итеп тора, санитар нормаларға яуап бирә, тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Яңы ФАП-та халыҡты ауылдың тәжрибәле, юғары квалификациялы фельдшеры Клара Вахитова менән шәфҡәт туташы Альбина Солтанова ҡабул итә.