+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2020, 12:22

ВЛАДИМИР ПУТИН БАЛАЛАРҒА ЯҢЫ ЙЫЛ БҮЛӘГЕ ВӘҒӘҘӘ ИТТЕ. УНЫ НИСЕК АЛЫРҒА?

Кисә 17 декабрҙә йыл һайын үтә торған ҙур матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы йылға 7 йәшкә тиклемге һәр балаға 5 мең һум вәғәҙә итте. Фото kremlin.ru сайтынан алынды.

Кисә 17 декабрҙә йыл һайын үтә торған ҙур матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы йылға 7 йәшкә тиклемге һәр балаға 5 мең һум вәғәҙә итте.

“Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эпидемиологик сикләүҙәр арҡаһында балалар шыршыһы менән бәйле күмәк сараларҙы үткәреү тыйылды... Беҙ, ил һәм дәүләт, балаларыбыҙға шулай уҡ бүләк яһайыҡ тип һөйләштек”, – тине Президент.

Аҡса 3 йәшкә тиклемге балаларға ай һайын түләнә торған, 3 йәштән 16 йәшкә тиклемгеләргә бер тапҡыр бирелгән 2020 йылғы түләүҙәр нигеҙендә автоматик рәүештә күсәсәк. Тағы шуныһы: Президент Указына ярашлы, был түләүҙе 7 генә түгел, 8 йәшкә тиклемге балаларға биреү ҡарала.

Шулай итеп, ғаиләләргә элекке түләүҙәрҙең реквизиттары буйынса аҡса күсерелә, ғариза-маҙар яҙыу кәрәкмәй. Әммә ниндәйҙер сәбәптәр менән был иҫәп ябып ҡуйылған булһа, йә бала 2020 йылдың 1 июленән һуң тыуған булһа, йә 8 йәше тулып килгән балаға быға тиклем бер ҙә түләү алынмаған булһа, ғаилә ғариза бирергә тейеш блуасаҡ.

Түләүҙе алыу тураһында ҡулланма “Госуслуги” порталына https://posobie2020.gosuslugi.ru/ ҡуйылған.

Белгестәр, түләүҙәргә 60 миллиард һум самаһы китәсәк, бүләкте 12 миллионлап бала аласаҡ, тигән һандар килтерә.

Фото kremlin.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: