+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2020, 17:26

ХӘҘЕР ИГЛИНДӘРҘЕҢ ШӘП КИНОТЕАТРЫ БАР

Иглин ауылы халҡын ҡыуандырып, кисә, 18 декабрҙә, район Мәҙәниәт йорто бинаһында заманса кинотеатр асылды. «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙам итте иглиндәргә.

Иглин ауылы халҡын ҡыуандырып, кисә, 18 декабрҙә, район Мәҙәниәт йорто бинаһында заманса кинотеатр асылды. «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙам итте иглиндәргә.

2020 йылда район Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Кино фонды үткәргән конкурста ҡатнашты. Шулай итеп, Мәҙәниәт йорто 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа кинозалды яңыртыу өсөн бирелә торған 5 миллион һумлыҡ грантты отто.

260 урынлыҡ кинозал фильмдарҙы цифрлы 3D һәм 2D форматтарҙа күрһәтеүгә тәғәйенләнгән ҡорамал менән йыһазландырылған. «Осоп йөрөгән» кеүек экран, заманса тауыш системаһы тамашасыға кинәнеп кино ҡарарға шарт тыуҙыра. Насар күргән йә насар ишеткән кешеләргә тифлокомментарийҙар һәм субтитрҙар ярҙамға килә.

Касса техникаһы, мәғлүмәт-реклама панеле, 3D өсөн күҙлектәр ҙә һатып алынған.

Хәҙер инде 65 меңләп кеше йәшәгән Иглин районы халҡына яңы фильмдар ҡарау өсөн Өфөгә барып йөрөүҙең кәрәге юҡ, үҙҙәренең кинотеатры бар.

Читайте нас: