+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2020, 20:32

ТӨРКИӘ БАҘАРЫНА ХӘЛӘЛ РИЗЫҠ МЕНӘН ЮЛ АСЫЛА

"Башҡортостан Республикаһының экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын тормошҡа ашырыу барышында «Төркиә баҙарында «хәләл» продукцияһын таратыу үҙенсәлектәре» темаһына вебинар үткәрҙе. Уны Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһының Төрөк Республикаһындағы вәкиле Марат Танһыҡҡужин алып барҙы.

Вебинарҙа «хәләл» маркалы продукция етештереү йүнәлешендә эшләгән 14 компания вәкиле ҡатнашты. Улар араһында косметика, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек етештереүселәр бар.

Марат Зәки улы вебинарҙа ҡатнашыусыларға Төркиә баҙарына инеү үҙенсәлектәре, төрөк баҙары өсөн киләсәге булған хәләл тармаҡтар тураһында һөйләне. Төркиә Республикаһында Башҡортостан Вәкиллеге менән бәйләнешкә инеү, партнерҙар эҙләү мөмкинлектәре лә ҡаралды.

Читайте нас: