+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2020, 11:51

ЯҢЫ ФАТИР ҠОТЛО БУЛҺЫН!

Баҡалы районы Баҡалы ауылының Ворошилов урамында күп фатирлы торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылды. Авария хәлендәге торлаҡта йәшәгән 23 ғаилә яңы фатир туйлаясаҡ, тағы 7 фатир етем балаларҙы ҡыуандырасаҡ, бер фатир ауыр хроник сирлегә бирелә, ә 5 фатир һатыуға ҡуйыла.

Буласаҡ хужаларға асҡыс тапшырыу тантанаһы үтте лә инде. Һәр фатир бөгөндән инеп йәшәрлек итеп ремонтланған, сантехника ҡуйылған, үҙәктән йылытыла. Ихатала автомобиль парковкаһы эшләнгән, йәйәүлеләр өсөн тротуар һалынған, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, спорт һәм балалар майҙансыҡтары йыһазландырылған. Ҡыҫҡаһы, йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан 2019 йылдан «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, шул программа сиктәрендә авария хәлендәге торлаҡ фондында йәшәүселәрҙе яңы фатирҙар менән тәьмин итеү бара. Республикала “Башҡортостан Республикаһында 2019-2025 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү” адреслы программаһы тормошҡа ашырыла. Уға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды дәүләт корпорацияһы финанс ярҙамы күрһәтә. Программаға 63,3 мең кв.м. авария хәлендәге торлаҡты бушатыу, 5 мең гражданды күсереү ингән. 2019-2020 йылғы беренсе этабында 677 кеше йәшәгән 219 торлаҡ бинаһын бушатыу ҡаралған.

Читайте нас: