Әлшәй районынан Нәфис Нәсхетдинов, «Агростартап» тигән грант конкурсында ҡатнашып, баҫыусылыҡ буйынса бизнес-проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә булды. Шулай итеп, Башҡортостанда тағы бер крәҫтиән-фермер хужалығы барлыҡҡа килде.
Нәфис Таһир улы – крәҫтиән эшен яҡшы белгән кеше. Өс-дүрт йыл буйы 15 гектар пай ерҙәрендә мал аҙығы культуралары үҫтерә. Үҙенең, туған-тыумасаһының пай ерҙәрен файҙалана ул.
Фермер күптән түгел ҡуртымға 88 гектар ер ала ла «Агростартап» грант конкурсында ҡатнашырға була. Проектын уңышлы яҡлай һәм 1 миллион 980 мең һумлыҡ грант ота. Был аҡсаға ауыл хужалығы техникаһы – МТЗ-82 тракторы, пресс-йыйғыс һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар ала, бынан тыш, бер эш урыны булдыра.
Әле Нәфис Нәсхетдинов яҙғы сәсеүгә әҙерләнә, эшмәкәрлеген киңәйтергә – бойҙай, арпа һәм башҡа культуралар ҙа игергә план ҡора.
Әйткәндәй, быйыл «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты һәм «Фермерҙарға булышлыҡ итеү һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу» төбәк проекты ярҙамында Башҡортостанда үҙ эшен асып ебәргән 68 ауыл эшҡыуары «Агростартап»тан бөтәһе 211,5 миллион һумлыҡ гранттар алды.