+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 12:36

ИТ КОМБИНАТЫ ЯҢЫЛЫҠТАРҒА АСЫҠ

«Әлшәй-ит» Раевка ит комбинаты («ТАВРОС» компаниялар төркөмөнә инә) «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты ярҙамында етештереүҙе киңәйтергә, экспортҡа сығырға һәм хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәрергә йыйына. Предприятие йыл һайын 5,5 мең тонна ит, 228 тонна колбаса ризыҡтары етештерә.

«Әлшәй-ит» Раевка ит комбинаты («ТАВРОС» компаниялар төркөмөнә инә) «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты ярҙамында етештереүҙе киңәйтергә, экспортҡа сығырға һәм хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәрергә йыйына. Предприятие йыл һайын 5,5 мең тонна ит, 228 тонна колбаса ризыҡтары етештерә.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов аңлатыуынса, республиканың йөҙҙән ашыу предприятиеһы һаҡсыл етештереү ысулдарын ҡуллана. Компаниялар хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса Федераль һәм Төбәк компетенциялар үҙәктәре идаралығы аҫтында эш итә. Һаҡсыл етештереү принциптарын һәм инструменттарын ҡулланыу предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттырған.

Ит комбинатында һаҡсыл технологиялар иң тәүҙә сусҡа ите ҡабул итеү бүлексәһендә индереләсәк. Федераль компетенциялар үҙәге проекттарының өлкән етәксеһе Сергей Сосинович әйтеүенсә, бында әлегә логистика һөҙөмтәле эшләмәй. Мәҫәлән, мал тәғәйен ваҡыттан һуңлатып килтерелә, шунлыҡтан бушатыу ҙа тотҡарлана. Итте һыуытҡыстарға таратыу ҙа тотҡарлыҡтар менән башҡарыла. «Ярты йыл эсендә беҙгә предприятие хеҙмәткәрҙәре менән бергә тәү сиратта продукция сифатын яҡшыртаһы бар», – ти ул.
Ит комбинаты тулы цикллы етештереү алып бара: мал аҫрауҙан алып 40-тан ашыу төр әҙер продукция эшләүгә тиклем барыһы ла ошонда үтә. Предприятие һатыуға бешкән, бешкән-ҡаҡлаған, ярымҡаҡланған колбасалар, сосиска һәм сарделькалар, ит ярымфабрикаттары, туңдырылған һәм һыуытылған ит сығара.
«ТАВРОС»тың бизнес процестарын ҡулайлаштырыу һәм етештереү системаларын үҫтереү йүнәлеше етәксеһе Альберт Байбиков, милли проектта ҡатнашып, производствоны киңәйтеү, экспортҡа сығыу, баҙарҙағы урынды нығытыу, продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү һәм етештереү күләмен арттырыу фекерен хеҙмәткәрҙәрҙең хуплауын һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға әҙерлеген белдерҙе.

Читайте нас: