+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2020, 12:15

МӘКЕРЛЕ АНЕВРИЗМАНАН ХИРУРГТАР ҠОТҠАРҘЫ

Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы уникаль операция үткәрҙе – артерияға аневризма тәңгәлендә махсус конструкциялы үрелгән ағым стенты ҡуйҙы.

Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы уникаль операция үткәрҙе – артерияға аневризма тәңгәлендә махсус конструкциялы үрелгән ағым стенты ҡуйҙы.

– Баш мейеһенең аневризма ауырыуы йоҡарыу йә ныҡ һуҙылыу арҡаһында ҡан тамыры тышлығының ҡабарып сығыуынан барлыҡҡа килә. Тыумыштан булғаны ла осрай. Йыш ҡына үлемгә килтерә. Даигностикалау ауыр, сөнки бәләкәй күләмле булып, ҡан тамыры аномалияһы симптомдарһыҙ барырға мөмкин. Аневризма шартлап, ҡан һауһа ғына сағыу симптоматика барлыҡҡа килә. Был этапта пациентты ҡотҡарыу бик ҡатмарлы – киң ҡан һауыу комаға, ғәрипләнеп ҡалыуға йә үлемгә килтерә, – ти диагностиканың һәм дауалауҙың рентген-хирургик ысулдары бүлексәһе мөдире Лев Чудновец.

Аневризмалар ҙур йә бәләкәй, уртаса ла булырға мөмкин. Хирургик юл йыш ҡына аневризманы дауалауҙың берҙән-бер юлы булып тора.

Бындай операцияларҙы эшләү мөмкинлеген «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса алынған яңы ангиограф бирҙе. Операция уңышлы үтте, пациент үҙен һәйбәт тоя, реабилитациянан һуң ул ҡәҙимге тормош рәүешенә ҡайтасаҡ.

Читайте нас: