+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 12:48

ЕВРОКОНТЕЙНЕРҘАР НУРИМАНҒА КИТТЕ

Кисә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса төбәк операторы – «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы Нуриман районына 50 евроконтейнер оҙатты, тип белдерә Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Был контейнерҙар ҡала-райондарға элегерәк ебәрелгәндәргә ҡарағанда тағы ла яҡшыртыбыраҡ эшләнгән: эре сүпкә һәм ваҡ сүпкә айырым ҡапҡастар ҡуйылған. Контейнерҙарҙың конструкцияһы бик юғары ныҡлыҡҡа эйә, һауа торошо көйәҙлектәренә бирешмәй, хәҙерге экологик нормаларға тулыһынса яуап бирә, ә файҙаланыу мөҙҙәте тулғас, ҡабат эшкәртеүгә оҙатыла ала.

Төбәк операторының матбуғат хеҙмәте секретары Андрей Яматин әйтеүенсә, контейнерҙар паркын яңыртыу эше даими алып барыла. Йыл тамамланыуға тораҡ пункттарға ҡуйылған күсмә евроконтейнерҙар һаны 800-гә етәсәк.

МУП Өфө, Архангел, Балаҡатай райондарында контейнер паркын яңыртырға йыйына.

Эшмәкәрлек халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртырға һәм «Экология» милли проектына ҡараған «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу» федераль проектының һөҙөмтәлелеген арттырырға булышлыҡ итә.

Башҡортостандың Экология министрлығы белгестәре килтергән һандарҙан күренеүенсә, республика территорияһында төбәк операторҙары бөтә эшмәкәрлек дауамында 20 меңдән ашыу контейнер майҙансығы йыһазландырған, 53 меңдән ашыу контейнер ҡуйған.

Тағы ла 6 меңдән ашыу контейнер майҙансығы төҙөп, уларға 13 меңләп контейнер ҡуяһы ҡалды.

Читайте нас: