+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 12:20

ФАП-лы БУЛДЫЛАР, ХӘҘЕР ФЕЛЬДШЕР КӘРӘК

Ғафури районы Түбәнге Ташбүкән ауылында Яңы йыл алдынан күңелле ваҡиға булды: модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп бөттө һәм асылды. Эш «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының "Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү" төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Яңы медпункт бинаһы яҡты, йылы, таҙа, хәҙерге заман талаптарына, стандарттарға, санитар нормаларға тулыһынса тап килә. Пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар, дарыу препараттарын һаҡлау кабинеттары, медперсонал бүлмәләре, хужалыҡ блогы йыһазландырылған. ФАП-та кәрәкле медицина техникаһы һәм инструменттар бар, халыҡҡа ваҡытында сифатлы тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.

Тик бына фельдшерҙары ғына юҡ. Әле был урынға кеше эҙләйҙәр. Үҙ фельдшерҙары табылғансы ташбүкәндәрҙе килеп йөрөй торған фельдшер хеҙмәтләндерәсәк.

Читайте нас: