+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 11:58

«ОСҠОН», «ЙӘНГҮҘӘЙ», «ҠОРҘАШТАР» ӨСӨН СӘХНӘ ӘҘЕР

Баймаҡ районында капиталь ремонттан һуң Этҡол ауыл мәҙәниәт йорто асылырға тора. Ремонт «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында башҡарылған.

Баймаҡ районында капиталь ремонттан һуң Этҡол ауыл мәҙәниәт йорто асылырға тора. Ремонт «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында башҡарылған.
Мәҙәниәт йорто эстән йүнәтелгән, яҡтыртыу, йылытыу системаларына капиталь ремонт яһалған, ихатаһы ипкә килтерелгән. Шулай уҡ матди-техник база яҡшыртылған, сәхнә кейемдәре, музыка һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, мебель, тамаша залына йомшаҡ ултырғыстар, балалар өсөн интерактив ҡорамал, аэрохоккей, урам спорт инвентары, музыка ҡоралдары, бильярд өҫтәле алынған. Былар хаҡында райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина һөйләне.

Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау, һәүәҫкәрҙәр эшмәкәрлеген үҫтереү, ял итеү өсөн клубтың ишектәре асыҡ буласаҡ. Клубта «Осҡон» халыҡ бейеү ансамбле, «Йәнгүҙәй» ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле, «Ҡорҙаштар» ирҙәр вокал ансамбле, гармунсылар ансамбле һәм «Ҡолонсаҡ» балалар ижад студияһы эшләп килә.

Читайте нас: