Йыл башында Мәсәғүт дауаханаһына "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса "Диаком" рентген диагностика комплексы ҡуйылғайны. Февраль башында, рентгенология кабинетында ремонт тамамланғандан һуң, яңы рентген-аппаратта беренсе пациентты ҡаранылар. Шул ваҡыттан алып әлеге мәлгә тиклем 6746 кеше рентген үтеп өлгөргән. Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
"Диаком" комплексы – күп функциялы аппарат. Хәҙер рентген һүрәтен бер нисә көн буйы көтәһе түгел, аҡыллы аппарат уны шунда уҡ сығарып бирә. Ниндәй төрө кәрәк – ябай ҡағыҙҙамы, цифрлы пленкаламы, флэшкаға яҙҙырыпғанымы – бөтәһен дә булдыра.
– Иҫке рентген ҡорамалына ҡарағанда яңыһының өҫтөнлөктәре бик күп, – ти Дыуан үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов. – Цифрлы рентген – диагностикалауҙа шәп ярҙамсы, ул юғары сифатлы һүрәттәрҙе тиҙ һәм еңел алырға мөмкинлек бирә.
Комплекс заманса цифрлы визуалләштереү системаһы менән йыһазландырылған, рентген тикшереүе мәғлүмәттәрен РМИАС системаһына тапшыра. Тимәк, пациенттар тикшерелеүҙе күпкә тиҙерәк үтә ала, сөнки РМИАС-ҡа тоташтырылған һәр табип һүрәтте экрандан ғына ҡарай.
Яңы ҡоролма ҡулланыу өсөн хәүефһеҙ, уңайлы, түбән нурланышлы, мәғлүмәттәрҙе анализлау программаһы менән тәьмин ителгән.