+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2020, 12:04

ДҮРТӨЙЛӨЛӘ ЯҢЫ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫЛА

Дүртөйлө ҡалаһында «Бала саҡ иле» тигән яңы балалар баҡсаһы төҙөлөп, уны йыһазландырыу эштәре бара. Кескәйҙәр өсөн йорт «Демография» милли проекты ярҙамында төҙөлдө. Унда 220 бала ҡабул ителәсәк. Бинаһы бер-береһенә тоташтырылған өсәр ҡатлы ике блоктан тора.

Дүртөйлө ҡалаһында «Бала саҡ иле» тигән яңы балалар баҡсаһы төҙөлөп, уны йыһазландырыу эштәре бара. Кескәйҙәр өсөн йорт «Демография» милли проекты ярҙамында төҙөлдө. Унда 220 бала ҡабул ителәсәк.

Бинаһы бер-береһенә тоташтырылған өсәр ҡатлы ике блоктан тора.

Әле тышҡы ишектәр өҫтөнә япмалар ҡорола, электр, йылылыҡ, һыу үткәрелә.
Балалар баҡсаһы мөдире Изольда Апҡадирова әйтеүенсә, өсөнсө ҡатта буяу эштәре генә ҡалған. Икенсе, өсөнсө ҡаттарҙа бүлмә ишектәре ҡуйылып бөткән. Аҙыҡ-түлек блогы, медицина кабинеты өсөн ҡорамалдар килтерелгән.

Читайте нас: