+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 12:56

АТАНАН КҮРГӘН – АТ АҪРАҒАН

Стәрлебаш районы фермеры Алмас Рәхимҡолов бәләкәйҙән атты аңлап, белеп, яратып үҫә, сөнки ата-әсәһе йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Малай ҡустыһы менән 20-30 башлыҡ өйөрҙө тәрбиәләргә, көтөргә ярҙамлаша. Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, Себергә вахтаға йөрөп ала. Өйләнгәс, үҙ эшен асырға була һәм бәләкәйҙән таныш шөғөлгә ҡайта. Ата-әсәһенең йылҡысылыҡтағы һәм ҡымыҙсылыҡтағы уңыштары рухландырып ебәрә уны.

Стәрлебаш районы фермеры Алмас Рәхимҡолов бәләкәйҙән атты аңлап, белеп, яратып үҫә, сөнки ата-әсәһе йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Малай ҡустыһы менән 20-30 башлыҡ өйөрҙө тәрбиәләргә, көтөргә ярҙамлаша.


Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, Себергә вахтаға йөрөп ала. Өйләнгәс, үҙ эшен асырға була һәм бәләкәйҙән таныш шөғөлгә ҡайта. Ата-әсәһенең йылҡысылыҡтағы һәм ҡымыҙсылыҡтағы уңыштары рухландырып ебәрә уны.

«Районда һәйбәт ярҙам күрһәттеләр, – ти Алмас. – Улар ата-әсәмдең күптән был өлкәлә эшләүен белә ине. Мәғлүмәт-консультация үҙәгендә бөтәһен аңлаттылар, үҙ хужалығыңды нисек алып барыу, ниндәй ярҙам ала алыуым тураһында һөйләнеләр. Һөҙөмтәлә, мин төбәк Ауыл хужалығы министрлығының «Агростартап» конкурсында ҡатнаштым һәм, еңеп, аҡса алдым».

3 миллион һумға яҡын грант аҡсаһына үҙенең запасын да ҡушып, Алмас Рәхимҡолов 29 бейә менән тоҡом айғыры, йәнә мал аҙығы әҙерләү өсөн пресс-йыйғыс һатып ала. Тракторы электән бар, ҡуртымға көтөүлек тә алып ҡуйған була.

Фермер бейә һөтөнән ҡымыҙ етештерергә йыйына, ата-әсәһенең юлға һалынған цехында эшләр уны. Хәйер, эштәре ырап китһә, үҙенең ҡымыҙ цехын асырға ла уйы юҡ түгел. Ҡымыҙ цехы төҙөлөшөнә дәүләт ярҙамы мөмкинлектәрен өйрәнә башлаған инде. Йылҡы итенә һорау һәйбәт булыуын билдәләп, фермер ит эшкәртә башлауҙы ла күҙ уңында тота.

Башҡортостанда быйыл дөйөм алғанда агросәнәғәт тармағында 170 берәмек бәләкәй бизнес субъектына дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Аграр эшҡыуарҙарға тапшырылған гранттар суммаһы бөтәһе 724,3 миллион һум тәшкил итә. Атап әйткәндә, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ» милли проектының «Фермерҙарға булышлыҡ системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә яңы эш башлаған 68 ауыл эшҡыуары бөтәһе 211,5 миллион һумлыҡ «Агростартап» гранты алды, йәнә 28 ауыл хужалығы кооперативына 49,4 миллион һум субсидия бирелде.

Читайте нас: