+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2020, 16:58

УРМАН ЯНҒЫНДАРЫ ОСОРОНА ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ ЛА ИНДЕ

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына ҡараған учреждениелар янғындар ихтималлығы көсәйә торған осорға әҙерлекте башланы: һәр урмансылыҡ урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү буйынса план төҙөнө.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына ҡараған учреждениелар янғындар ихтималлығы көсәйә торған осорға әҙерлекте башланы: һәр урмансылыҡ урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү буйынса план төҙөнө.

31 урмансылыҡтың янғынға ҡаршы эштәр планында үҙ биләмәләрендәге урман тураһында мәғлүмәттәр, урман янғыны һүндереү формированиелары, янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдары, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар һаны, янғын хәүефе кимәленә ҡарап, ҡул аҫтындағы сараларҙы ҡулланыу тәртибе һәм башҡалар сағылған.

Министрлыҡтың бүлек начальнигы Динил Әхмәтов әйтеүенсә, пландар район хакимиәттәре һәм МЧС-тың БР буйынса Баш идаралығы территориаль бүлексәләре менән яраштырылған. Әлегә бөтә техника ҡышҡы һаҡлауға ҡуйылған.

«Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә, Федераль урман хужалығы агентлығы менән килешеү буйынса, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы 6 берәмек урман янғыны һүндереү техникаһы, 36 берәмек инвентарь һәм ҡорамал алырға йыйына, алынаһы тауарҙың хаҡы 36,9 миллион һум тәшкил итә.

Читайте нас: