0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ғинуар 2021, 15:51

ҮТКӘН ЙЫЛДЫҢ ҺУҢҒЫ БҮЛӘГЕ БУЛҒАНДЫР УЛ

Өфө районы Октябрьский ауылында модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды. 177,8 квадрат метр майҙанлы объектты төҙөү 6 миллион һумға төшкән. Ул «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү» проекты эсендә төҙөлгән һәм йыһазландырылған.

Амбулатория заман талаптарына яуап бирә, унда халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған.

2015 йылда «Земство табибы» программаһы буйынса участка терапевы итеп Айгөл Сатыева эшкә алынған, уға амбулатория мөдире вазифаһы йөкмәтелгән. Ә «Земство фельдшеры» программаһы буйынса фельдшер Надежда Муравьева эшләй. Йәнә 2020 йылдың октябрендә балалар табибы итеп Айнур Насиров эшкә ҡабул ителгән.

Яңы Октябрьский амбулаторияһы Октябрьский, Шемәк, Бейғол, Новотроевка һәм Первомайский ауылдарын – йәмғеһе ике мең ярымлап кешене хеҙмәтләндерә. Ул ошо ауылдарҙың халҡына 2020 йылдың һуңғы бүләге булып ҡалғандыр.

Былтыр Өфө районында Ягодная Поляна, Ҡамышлы, Нөрлө һәм Чернолес ауылдарында ла фельдшерлыҡ-акушерлыҡ пункттары асылғайны.

Читайте нас: