+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2021, 16:05

БАШҠОРТОСТАН ЙӘМӘҒӘТ ПАЛАТАҺЫ ФАТИР ЙЫЛЫТЫУҘЫҢ ҮТӘ НЫҠ ҠИММӘТЛӘНЕҮ СӘБӘПТӘРЕН ТИКШЕРӘ

Йәмәғәт палатаһы Башҡортостанда фатир йылытыу өсөн хаҡтарҙың үтә күтәрелеп китеү сәбәптәрен тикшерә. Халыҡ фатирҙарҙы йылытыу өсөн түләү суммаһының 30-ҙан 70 процентҡа тиклем артҡанына риза түгел. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы яҙа.

Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов белдереүенсә, эксперттар яңы йылдың тәүге көндәренән үк мәсьәләне өйрәнеүгә тотонған, проблема йәмәғәт күҙәтеүе аҫтына алынған.

Йәмәғәт паралатаһы рәйесе был хәлдең сәбәптәренең береһе тип ҡайһы бер йорттарҙа йылы һанау счетчигы күрһәткестәрен тапшырып торған модем юҡлығын атай. Бындай йорттар Өфөлә 1 мең самаһы. Модем 10 мең һумлап тора, һәм Ростислав Мырҙағолов Йәмәғәт палатаһының, халыҡтың сығымдарын арттырмау маҡсатында, республиканан һәм БашРТС-тан был модемдарҙы һатып алыуға финанс ярҙамы алырға тырышасағын хәбәр итә.

Читайте нас: