4 ғинуарҙа Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһы ашығыс рәүештә ултырыш үткәрҙе һәм «БашРТС» компанияһы тарафынан йылылыҡ өсөн түләү документтарының нисек төҙөлөүен ҡараны. Комиссия рәйесе Алиә Әхмәҙуллина йылытыу өсөн түләүҙе арттырған сәбәптәрҙе атаны. Был хаҡта «Башинформ» агентлығы һөйләй.
Алиә Әхмәҙуллина әйтеүенсә, беренсе сәбәп – идара итеүсе компанияларҙың үҙ вазифаларына яуапһыҙ ҡарауы, ресурс һатыусы компанияларға счетчик күрһәткестәрен ебәрмәүе.
Икенсе сәбәп — ҡайһы бер күп фатирлы йорттарҙа йылылыҡ энергияһын һанай торған дөйөм йорт счетчиктарының булмауы.
Өсөнсө сәбәп — фатир милекселәренең идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлеген контролдә тотмауы.
Алиә Әхмәҙуллина билдәләүенсә, мәсьәлә Башҡортостан Хөкүмәте һәм «БашРТС» тарафынан берлектә хәл ителә ала. Уның фекеренсә, тәғәйен программа төҙөү кәрәк, унда иҫәпләү приборҙары ҡуйылмаған йорттарҙан күрһәткестәрҙе онлайн тапшырыуҙы ойоштороу күҙҙә тотолорға тейеш, шулай уҡ бирелмәләрҙе анализлау ҙа индерелһен, сөнки йылылыҡ энергияһын самаһыҙ күп тапшырыу ҙа, йылытыу миҙгеленә сифатһыҙ әҙерлек тә күҙәтелә.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары шулай уҡ граждандарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрендә белемдәрен арттырырға, идара итеүсе компанияларҙың эшен күҙәтеп-тикшереп торорға кәңәш итә.
Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Станислав Шмульсон йылылыҡ энергияһы хаҡтарына ҡағылышлы проблеманың инде бер нисә йыл рәттән дауам итеүен, әммә дөйөм йорт счетчиктарының булмауы төп етешһеҙлек булыуп ҡалыуын билдәләй. Уның белдереүенсә, «БашРТС» өсөн счетчиктар буйынса түгел, ә нормативтар буйынса түләү һалыу отошлораҡ һәм уңайлыраҡ.