+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2021, 22:40

ӨФӨЛӘ ЙОРТТАРҘАҒЫ ДӨЙӨМ ЙЫЛЫЛЫҠ ЭНЕРГИЯҺЫН ИҪӘПЛӘҮ ҠОРАМАЛДАРЫНА МОДЕМДАР ҠУЯСАҠТАР

Өфөлә күп фатирлы йорттарҙа дөйөм йылылыҡ хисаплау приборҙарын күрһәткестәрҙе онлайн тапшырып тора торған модемдар менән тулыландырырға йыйыналар. 4 ғинуарҙа Өфө ҡала хакимиәтендә ваҡытлыса мэр вазифаһын башҡарыусы Сергей Греков үткәргән кәңәшмәлә ошо турала фекер алышыу булды. Унда ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың вәкилдәре ҡатнашты.

Иҫәп приборҙарының күрһәткестәрен онлайн тапшырып торған модемдар күпме йылылыҡ ҡулланылыуы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр бирә. Сергей Греков билдәләүенсә, бындай модемдар ҡуйылһа, ғәмәлдә тотонолған йылылыҡ күләмдәре күренеп торасаҡ.
«БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Тимофей Дубровский компанияның модемдар ҡуйыуҙа ҡатнашырға әҙерлеген белдерҙе.

Эксперттар фекеренсә, йылы өсөн ғәмәлдә ҡулланылғанға ҡарап түләүгә күсеү (1/8) йорттарҙы йылытыуға күпме йылылыҡ энергияһы тотонолғанын белергә мөмкинлек бирҙе.

Сергей Греков ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияларға һәм идара итеүсе компанияларға Өфөлә энергияны һаҡсыл тотоноу программаларын эшләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға ҡушты.

Читайте нас: