+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2021, 15:52

ҠОТЛАУ ҺӘМ ИХЛАС РӘХМӘТ ҺҮҘҘӘРЕ

Бөгөн Стәрлебаш районы хакимиәте башлығының агросәнәғәт буйынса урынбаҫары Фәрит Вәкил улы Исмәғилев үҙенең матур ғүмер байрамын – 55 йәшен билдәләй. Фәрит Вәкил улы – ауыл хужалығы тармағының тәжрибәле ектәкселәренең береһе, фермер хужалыҡтарының ышаныслы таянысы һәм тынғыһыҙ терәге, ошо яуаплы вазифала ете йыл эшләү дәүерендә ҙур тәжрибә тупланы.

Районыбыҙҙың Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары механизаторҙары, етәкселәре, белгестәре тырышлығы, районыбыҙҙың яңы хакимиәт башлығы Рөстәм Камил улы Рахманғолов, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Фәрит Вәкил улы Исмәғилевтың һәм башҡа белгестәрҙең ярҙамы, ойоштороу оҫталығы 2020 йылда бығаса күрелмәгән уңыш – 80 мең тонна иген йыйып алырға булышлыҡ итте.
Беҙҙең яҡташыбыҙ Фәрит Вәкил улы райондың иҡтисадын, ауыл хужалығын нығытыу буйынса ҙур өлөш индерә.
Беҙ, ауыл хужалығы тармағы етештереүселәре, райондың хәҙерге етәкселәре ҡулға-ҡул тотоношоп, артабан да эшләр, тигән теләк белдерәбеҙ. Мөмкинлектән файҙаланып, Фәрит Вәкил улын юбилейы менән тағы бер ҡотлайбыҙ, уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!
Райондың умартасылар ойошмаһы.
Читайте нас: