+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2021, 18:38

ЙӘМӘҒӘТ ПАЛАТАҺЫНЫҢ ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ КОМИССИЯҺЫ ЙЫЛЫЛЫҠ ӨСӨН ТҮЛӘҮ АРТЫУ МӘСЬӘЛӘҺЕН ҠАРАНЫ

4 ғинуарҙа Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БашРТС-тың декабрҙә фатирҙарҙы йылытыу өсөн тәғәйенләнгән хаҡтары мәсьәләһен ҡарауҙы һораған үтенес килә. Ошо уңайҙан Палатаның Инфраструктура һәм территориаль үҫеш, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссияһы онлайн-режимда ашығыс ултырыш үткәрҙе.

Комиссия ағзаһы Роза Хужина декабрь квитанцияларының торлаҡ биләүселәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуын, социаль селтәрҙәрҙә быға ҡағылышлы асыулы постар һәм һорауҙар тулып ятыуы, ҡайһы берәүҙәрҙең хатта өмөтһөҙлөккә бирелеүен билдәләй.

Роза Хужина граждандарға күп фатирлы йорттар милекселәре берләшмәләренә ойошорға һәм торлаҡҡа бәйле хәлдәрҙе үҙҙәренә өйрәнергә, һорауҙары тейешле инстанцияларҙа хәл ителмәһә, Торлаҡ-коммуналь министрлыҡҡа барып етергә, үҙ хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлап өйрәнергә кәңәш итә.

Читайте нас: