-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2021, 23:49

ЙЫЛ ЙОМҒАҠТАРЫН ТИКШЕРЕҮ БАШҠОРТОСТАНДА ЙЫЛЫЛЫҠ ӨСӨН ТҮЛӘҮҘЕҢ АРТМАУЫН КҮРҺӘТКӘН

Йылы тотоноу буйынса йыллыҡ йомғаҡтар түләүҙең бик әҙ генә артҡанын, ҡайһы берәүҙәр өсөн хатта кәмей төшкәнен күрһәткән. БашРТС директоры Тимофей Дубровский ошо турала белдергән. Ә халыҡтың декабрь хаҡтарынан ризаһыҙлығын ул хәҙер фактҡа ҡарап, йәғни һәр миҙгелдең айҙарына ярашлы, тигеҙ булмаған өлөштәрҙә түләү менән аңлата.

Дубровский Өфөләге ике йортта 2018, 2019 һәм 2020 йылдарҙа йылылыҡ өсөн күпме түләнгәнен хисаплап сығарғандары һәм сағыштырғандары тураһында һөйләгән.

  • Өфөләге Донской урамы, 40-сы йорттағы бер бүлмәле фатирҙа (32,4 кв.м) ошо өс йылда йылылыҡ өсөн түләнгән дөйөм сумма 12696; 14232; 14 384 һум тәшкил иткән. Үҫеш – яҡынса 1%.
  • Ләкин 2019 йылдың декабре менән 2020 йылдың декабрен сағыштырһаҡ, үҫеш 35% самаһы тәшкил иткән. Быға һауа торошо сәбәпсе булған – былтырғы декабрь элгәргеһенән 8 градусҡа һалҡыныраҡ булған.
  • Ҡулса урамы 197-се йорттағы өс бүлмәле фатирҙа (62,9 кв.м) ошо өс йыл өсөн түләү 21205; 20793; 20108 һум булған һәм 2020 йылда элгәрге йыл менән сағыштырғанда дөйөм сумма 3 процентҡа кәмерәк булып килеп сыҡҡан. Ләкин 2020 йылдың декабрен 2019 йылдың декабре менән сағыштырғанда, үҫеш 28 процент булған.
  • Хәбәр ителеүенсә, былтыр көҙ Башҡортостанда йылылыҡ өсөн яңыса түләүгә күселде, йәғни йылыла (4 ай) өйҙәр йылытылмай, шуға түләү ҙә алынмай, ә һалҡын миҙгелдәрҙә (8 ай) күпме йылылыҡ энергияһы тотонолһа, шунса түләү алына. Әгәр уртаса айлыҡ температура түбән булһа, түләү күберәк, көндәр йылыраҡ торһа, аҙыраҡ була.

    Читайте нас: