+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ғинуар 2021, 00:48

ЙЫЛЫ ӨСӨН ТҮЛӘҮГӘ ҠАҒЫЛЫШЛЫ НИҘӘР ЭШЛӘНӘ?

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән ҡайһы берәүҙәрҙең, декабрь айындағы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү квитанциялары алып, йылы өсөн бик ҙур суммалар күреүе һәм ризаһыҙлыҡ белдереүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ялыуҙарҙы тикшереү ризаһыҙлыҡтың нигеҙҙә «БашРТС» ойошмаһына ҡағылғанын күрһәткән. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле ведомстволарға хәлде тикшерергә һәм сара күрергә ҡушҡан. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев в социаль селтәрҙәрҙә әлеге осраҡҡа ҡағылышлы ниҙәр эшләнеп ятыуы тураһында яҙған.

Министр белдереүенсә, ведомство-ара эш төркөмө төҙөлгән, уға республика башлығы Хакимиәте, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты, БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡала хакимиәте вәкилдәре ингән.

Эш төркөмө һалынған түләүҙәрҙе тикшерәсәк, хәлде анализлаясаҡ, фатирҙарҙы йылытыу ҙың нисек тормошҡа ашырылыуын контролдә тотоу сараларын тәҡдим итәсәк. Башҡортостан ҡалалары һәм райондары башлыҡтарына ҡулланылған ресурстар тураһындағы бирелмәләрҙе автоматлаштырыу мәсьәләһен хәл итеүҙә идара итеүсе компаниялар һәм ресурстар ҡуйыусы компаниялар менән әүҙемерәк эшләргә, фатирҙарҙа йәшәүселәргә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә контроллек итеүҙә булышлыҡ күрһәтергә ҡушылған.

Борис Беляев йәнә идара итеүсе компаниялар һәм ресурстар ҡуйыусы ойошмалар менән үҙ-ара бәйләнештә торорға тейешле ведомство-ара эш төркөмдәре лә төҙөләсәген хәбәр итә.

Читайте нас: