+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 12:56

«ХӘҮЕФҺЕҘ ҺӘМ СИФАТЛЫ АВТОМОБИЛЬ ЮЛДАРЫ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫ РӘСӘЙ ЮЛДАРЫН ЯҠШЫРТА

2020 йылда Рәсәй төбәктәрендә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 16 мең километр самаһы юл ремонтланған һәм яңыртылған. Пандемия шарттарында ла юлдарҙы яҡшыртыу буйынса эштәр туҡтатылмаған. Был хаҡта ИНФОРМАВТОДОР хәбәр итә.

2020 йылда Рәсәй төбәктәрендә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 16 мең километр самаһы юл ремонтланған һәм яңыртылған. Пандемия шарттарында ла юлдарҙы яҡшыртыу буйынса эштәр туҡтатылмаған. Был хаҡта ИНФОРМАВТОДОР хәбәр итә.

7 меңдән ашыу объектта эштәр «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ингән «Юл селтәре» федераль проектына ярашлы алып барылған.Ҡалаларҙа һәм төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарында 145 миллион квадрат метр юл япмаһы нормативтарға ярашлы хәлгә килтерелгән.

«Юл селтәре» федераль проектына бөтәһе 300 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән, уның 134 миллиарды — федераль, 172,5 миллиарды — төбәк юл фондтарынан.

Халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсаты ҡуйылғанлыҡтан, социаль әһәмиәтле объекттарҙың юлдарын йүнәтеүгә айырым иғтибар бүленгән. Әйтәйек, 2019 һәм 2020 йылдарҙа, юл эштәре программаларына ярашлы, медицина учреждениеларына илткән 800-ҙән ашыу ҡала урамы һәм төбәк трассаһы, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына алып барған 1400-ләп юл участкаһы яҡшыртылған.

Рәсәй төбәктәрендә Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү урамы» патриотик кампанияһы сиктәрендәге эштәр тамамланған. Ул илдең 83 субъектында тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, 2020 йылғы юл эштәре программаһына Еңеү көнө хөрмәтенә аталған йә һуғыш батырҙары исемен йөрөткән 400 урам индерелгән

Милли проектты тормошҡа ашырыуҙа тағы бер мөһим йүнәлеш – иң яҡшы технологиялар һәм материалдар файҙаланыу. Бөтә төбәктәрҙә лә юлдарҙы ремонтлағанда алдынғы практикалар ҡулланылған.

Былтыр Рәсәй Транспорт министрлығы «Хәүефһеҙ һәм сифаты автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә төбәктәргә пассажир транспортын яңыртыуҙа ярҙам күрһәтә башлаған. Федераль ярҙам лизинг ысулы аша тормошҡа ашырылған: пассажирҙар ташыу өсөн транспорт сараһы 60 % ташлама менән бирелгән.

Юл хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында 2020 йылда милли проект объекттарында 2,6 меңдән ашыу светофор, 150 меңдән ашыу юл билдәһе ҡуйылған, 680 мең погон метр барьер һәм 328 мең погон метр йәйәүлеләр юлы буйына кәртә ҡуйылған, 630 мең погон метр ара яҡтыртҡыстар менән йыһазландырылған.

Читайте нас: