+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2021, 22:53

ТӘҮ СИРАТТАҒЫ БУРЫСТАР БАРЛАНДЫ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров #khabirovradii быйылғы беренсе эш көнөндәге оператив кәңәшмәлә тәү сираттағы бурыстарҙы барланы, иң элек иҡтисадтың реаль секторын коронавирусҡа тиклемге хәлгә ҡайтарыу бурысын ҡуйҙы. Был бурыстарҙы хәл итеү республика Хөкүмәтенең төп эше булып тора.

Милли проекттарға килгәндә Радий Хәбиров, былтырғы кеүек үк, маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн тейешле сараларҙы тулы күләмдә күреү, контракттарҙы ваҡытында ҡабул итеү һәм үтәү, бюджет сараларын тулыһынса файҙаланыу кәрәклеген билдәләне. Халыҡ өсөн әһәмиәтле объекттар һәм саралар ваҡытында тормошҡа ашырылырға, илде үҫтереүгә ҡағылышлы милли маҡсаттар тураһында Рәсәй Президенты указдары еренә еткереп үтәлергә тейеш, тине республика етәксеһе.

Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙамды һөҙөмтәле итеү һәм уны алыуҙы еңеләйтеү бурысы ҡуйыла. «Сколково» фонды менән берлектә «IQ-парк» ойоштороу планлаштырыла. Был саралар тармаҡты йәнләндерергә тейеш.

«Алға» айырым иҡтисади зонаһы тураһында ла һүҙ булды. Унда эштәр тиҙлеген кәметмәү, инфраструктураның беренсе сираттағы объекттарын төҙөй башлау, яңы резиденттар йәлеп итеү мөһим.

Бынан тыш, инвесторҙар менән берлектә Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм аҡ цемент заводын, Өфө районында ОСП заводын һәм Өфөлә почта логистика үҙәген файҙаланыуға тапшырыу эштәре бар.

Радий Хәбиров башҡа күп проекттар буйынса ла эштәр барыуын, әммә улар тураһында әлегә һөйләү иртәрәк икәнлеген билдәләне, 2021 йылда ҙур ниәттәр тормошҡа ашырыласағына ышаныс белдерҙе.

Читайте нас: