+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 17:17

САУҘАҒА ОҘАЙЛЫ ЯЛДАР ҠАМАСАУ ТҮГЕЛ

Яңы 2021 йылдың тәүге ун көнөндә республиканың май экстрактлау заводтары сит илгә 2 мең тоннанан ашыу көнбағыш төпрәһе оҙатҡан. Был тауарҙы 29 вагонға тейәп, тимер юлдан Латвияға ебәргәндәр. Оҙатылыр алдынан Башҡортостан референтлыҡ үҙәге лабораторияларында биологик хәүефһеҙлеген тикшергәндәр.Төпрә, йәғни шрот, – ул май экстрактлау производствоһы ҡалдығы. Төпрә ҡиммәтле мал аҙығы өҫтәмәһе булып тора.

Яңы 2021 йылдың тәүге ун көнөндә республиканың май экстрактлау заводтары сит илгә 2 мең тоннанан ашыу көнбағыш төпрәһе оҙатҡан.
Был тауарҙы 29 вагонға тейәп, тимер юлдан Латвияға ебәргәндәр. Оҙатылыр алдынан Башҡортостан референтлыҡ үҙәге лабораторияларында биологик хәүефһеҙлеген тикшергәндәр.

Төпрә, йәғни шрот, – ул май экстрактлау производствоһы ҡалдығы. Төпрә ҡиммәтле мал аҙығы өҫтәмәһе булып тора.

Шуны билдәләргә кәрәк: республиканың агросәнәғәт комплексы экспортында эшкәртелгән продукция өлөшө арта бара. Дөйөм экспорт составында май-мал майы продукцияһы дөйөм күләмдең 40 процентынан ашты. Эшкәртеү сәнәғәте, иген һәм башҡа төр продукцияларға (рапс, етен, ҡатнаш мал аҙығы, спирт һ.б.) 20-шәр процент тура килә.
Федераль таможня хеҙмәте бирелмәләренә ярашлы, 2020 йылдың 10 айында ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау күләме 122 миллион доллар тәшкил иткән. «Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау» төбәк проектының 2020 йылға маҡсат ителгән индикаторы 115 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы, был һан 2024 йылға 230 миллион долларға етергә тейеш.


Башҡортостан донъяның 41 илендәге парнерҙары менән әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып бара.

Читайте нас: