+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 18:32

ВОЗ КИҪӘТӘ, Ә ПУТИН ВАКЦИНАЦИЯ БАШЛАРҒА ҠУША.

Барлыҡ донъяла тажлы зәхмәткә ҡаршы көрәш дауам итә. Хәҙер Ер шарында был бәләгә тарымаған илдәр ҡалманы. Хатта коронавирус нигеҙендә, яңы төрҙәре барлыҡҡа килде. Тимәк, көрәш дауам итә. Ошо көндәрҙә Бөтә донъя һаулыҡ ойошмаһы быйыл сирҙең йоғонтоһо, былтырғыһы менән сағыштырғанда, ауырыраҡ булмағайы, тип иҫкәртте.

ВОЗ КИҪӘТӘ, Ә ПУТИН ВАКЦИНАЦИЯ БАШЛАРҒА ҠУША.
Барлыҡ донъяла тажлы зәхмәткә ҡаршы көрәш дауам итә. Хәҙер Ер шарында был бәләгә тарымаған илдәр ҡалманы. Хатта коронавирус нигеҙендә, яңы төрҙәре барлыҡҡа килде. Тимәк, көрәш дауам итә.
Ошо көндәрҙә Бөтә донъя һаулыҡ ойошмаһы быйыл сирҙең йоғонтоһо, былтырғыһы менән сағыштырғанда, ауырыраҡ булмағайы, тип иҫкәртте.
Күпселек илдәрҙә “Спутник V” вакцинаһы таралыу тапты. Хатта хәҙер уны Евросоюз илдәре лә һатып алырға риза. Сөнки күптәрҙе беҙҙең вакцинаны һаҡлау шарттары ҡәнәғәтләндерә. Мәҫәлән, АҠШ-та етештерелгән дарыуҙы -70 градуста ғына һаҡларға мөмкин. Ә Рәсәй вакцинаһын -18 градус та ҡәнәғәтләндерә.
Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ултырышында коронавирусҡа ҡаршы вакциналар ҡаҙауҙы башларға күрһәтмә бирҙе. Алдан әйтелгәнсә, был эш ирекле һәм бушлай ойошторола. Әле төбәктәргә вакцина тултырылған махсус контейнерҙар оҙатыла башланы ла инде. Был эш ике этапта ойоштороласаҡ. Вакцина, ҡабул иткәндән һуң, уның ныҡлығын гарантиялау өсөн өс аҙнанан һуң ҡабатлап индереләсәк.
Шул уҡ ваҡыта, Рәсәй Президенты илдә йоғошло сир менән интегеүселәрҙең һанының кәмеүен билдәләне. Кәңәшмәлә сығыш яһап, Путин, Рәсәйҙә етештерелгән вакцина донъяла иң яҡшыһы, тип билдәләне.
Читайте нас: