+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 23:51

ӨФӨ ҠАЛАҺЫ МЭРЫ ИТЕП СЕРГЕЙ ГРЕКОВ ҺАЙЛАНДЫ

Бөгөн, 15 ғинуарҙа, Өфө ҡала Советы депутаттары баш ҡала мэрын һайланы. Улар Радий Хәбиров тарафынан ваҡытлыса вазифа башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Сергей Грековтың кандидатураһын бер тауыштан хупланы. “Башинформ” фотоһы

Бөгөн, 15 ғинуарҙа, Өфө ҡала Советы депутаттары баш ҡала мэрын һайланы. Улар Радий Хәбиров тарафынан ваҡытлыса вазифа башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Сергей Грековтың кандидатураһын бер тауыштан хупланы.

Депутаттар алдында был вазифаға дәғүә иткән Артур Ғафаров менән Алексей Слепнёв та сығыш яһаны, ҡала үҫешен нисек күҙаллауҙары менән таныштырҙы.

Радий Хабиров, яңы ҡала хакимиәте башлығына фатиха биреп, был вазифаға һайланыу – ҙур аванс, хәҙер иң мөһиме – ҡала халҡы менән даими бәйләнеш булдырыу, тине. Өлфәт Мостафин төҙөгән командаға килгәндә, республика башлығы киҫкен үҙгәрештәр яһамаҫҡа, бурыстар ҡуйырға һәм бергәләп эшләргә кәңәш бирҙе.

Яңы мэр менән контракт 2021 йылдың сентябренә тиклемге мөҙҙәткә төҙөлгән. Яңы саҡырылыш һайланғандан һуң депутаттар Өфө хакимиәте башлығын ҡабат тауыш биреп һайларға тейеш була.

“Башинформ” фотоһы

Читайте нас: