-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2021, 01:12

ВАКЦИНА ҺАЛДЫРҺАҢ ДА, МАСКА КЕЙЕП ЙӨРӨРГӘ КӘРӘК, ТИ МИХАИЛ МУРАШКО

РФ һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко маска кейеүҙең вакцина ҡаҙатҡан кешеләргә ҡағылышлы ҡағиҙәләрен аңлата. Вакцина яһатҡандарҙың организмында антитело титрҙары барлыҡҡа килһә лә, төбәктә дөйөм иммунитет формалашҡанға тиклем маска кейеп йөрөү кәрәк, ти министр.

Вакциналы кешеләрҙән эргәләгеләргә вирус йоғоуы ихтимал икән. Уларҙы һаҡлау маҡсатында масканан баш тартмау мөһим.

Билдәле булыуынса, 18 ғинуа көнө илдә РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тажзәхмәттән дөйөм вакциналау башлана. Төбәктә 2 миллиондан ашыу кеше вакцина алғас, дөйөм иммунитет барлыҡҡа килә.

Башҡортостанда 39 вакциналау пункты асылған. Хәүеф зонаһындағыларҙы вакциналау тамамланғас, ҡалған халыҡты ҡабул итеү башланасаҡ. Вакцина алыуға алдан яҙылырға кәрәк. Яҙылыу өсөн «К врачу» тигән мобиль ҡушымтаны файҙаланырға мөмкин.

Читайте нас: