+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2021, 00:21

«АЙЫҠ АУЫЛ» КОНКУРСЫ ФИНАЛЫНДА 54 АУЫЛ ҠАТНАШАСАҠ

Башҡортостандың 54 ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсы финалына сыҡты. Белеүебеҙсә, 2020 йылда республиканың 2114 ауылы конкурсҡа ҡушылғайны һәм финалға сығыу өсөн көрәш башлағайны. Конкурс тамамланыуға табан бара, һәм әле 54 ауыл финалға сыҡҡаны мәғлүм булды. Финал ярышының йомғаҡтары мартта билдәле буласаҡ.

Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова «Башинформ» агентлығына һөйләгән.

Сара Башҡортостан башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн бирелгән гранты аҡсаһына үткәрелә. Радий Хәбиров ҡарары менән конкурстың приз фонды, ун тапҡырға арттырылып, 40 миллион һумға еткерелде. Райондар ҙа үҙҙәренең приз фондтарын булдырҙы.

Һүрәттә: Бөрө районы Бахтыбай ауылы конкурста ҡатнаша.

Фото: “Башинформ”.

Читайте нас: