Башҡортостан башлығының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе, күптәрҙең яратҡан йырсыһы 31 йәшлек Радик Юлъяҡшин-Elvin Grey берҙән-берен, һөйгәнен тапҡан икән. Бөгөн, 16 ғинуарҙа, йәштәр никах уҡытҡан.
Никахлашыу тантанаһы Ҡазан ҡалаһында үткән, мосолман йолаһы буйынса башҡарылған.
Радиктың кәләше – Ижевск ҡалаһынан 20 йәшлек Инзилә Фәтхетдинова.
“Башинформ”дың үҙ сығанаҡтарына һылтанып хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың туйы йәй көнө Өфөлә үтәсәк.
Фото: ТГ-канал