+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 23:36

ХӘЙБУЛЛА ЭШҠЫУАРЫ ИТЛЕ РИЗЫҠТАР ЦЕХЫ АСЫРҒА ЙЫЙЫНА

Былтыр Башҡортостанда үҙ эшен асып ебәргән 68 ауыл йүнселе «Агростартап» грантын алыуға өлгәшкән. Бөтәһенең суммаһы 211,5 млн һум булған.

Былтыр Башҡортостанда үҙ эшен асып ебәргән 68 ауыл йүнселе «Агростартап» грантын алыуға өлгәшкән. Бөтәһенең суммаһы 211,5 миллион һум булған.

Грантҡа конкурс «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты, шулай уҡ «Фермерҙарға булышлыҡ итеү һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә ойошторола. Аҡъяр ауылынан эшҡыуар Рәмилә Әминева, былтырғы конкурста еңеп, грант ала. Был аҡсаға ул Хәйбулла районында итле ярымфабрикаттар етештереү цехы асырға йыйына.

Рәмилә әҙер продукция ташыу өсөн һыуытҡыслы автомобиль, йәнә ит эшкәртеү цехы өсөн ҡорамалдар, район үҙәгендә производство бинаһы һатып алған. Әле бинаны әҙерләү, йүнәтеү, ҡорамалдарҙы урынлаштырыу, эшмәкәрлеккә рөхсәт ҡағыҙҙары алыу менән мәшғүл. Әҙер продукцияны һатыу өсөн Аҡъярҙа ҡуртымға алған бинаһы ла бар. Халыҡ яңы ризыҡтан быйыл яҙ ауыҙ итер, тип көтөлә.

Читайте нас: