+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2021, 14:08

ФАТИРҘАРҘЫ ЙЫЛЫТЫУ МӘСЬӘЛӘҺЕ ҺАМАН «ҺЫУЫНМАЙ»

Башҡортостанда былтыр халыҡҡа һатылған йылылыҡ өсөн ҡайтанан хисаплау яһалған, 26 миллион һум кире ҡайтарылған. Әммә декабрь айы квитанциялары буйынса тикшереү тамамланмаған әле, тип яҙа “Башинформ” республика Хөкүмәтенән алынған мәғлүмәттәргә таянып.

Башҡортостанда былтыр халыҡҡа һатылған йылылыҡ өсөн ҡайтанан хисаплау яһалған, 26 миллион һум кире ҡайтарылған. Әммә декабрь айы квитанциялары буйынса тикшереү тамамланмаған әле, тип яҙа “Башинформ” республика Хөкүмәтенән алынған мәғлүмәттәргә таянып.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәсьәләне ҡәләм осонда тота: 11 ғинуарҙағы Хөкүмәт кәңәшмәһендә тейешенән артыҡ алынған аҡсаларҙы халыҡҡа ҡайтарырға ҡушҡайны. Кисәге кәңәшмәлә был һорауға ҡабат әйләнеп ҡайтты һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрына артабан бындай аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуймаҫҡа ҡушты.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы төҙөгән эш комиссияһы халыҡтың мөрәжәғәттәрен [email protected] адресы буйынса ҡабул итә.

Фатирығыҙҙы йылытҡан өсөн артығын алалармы, дөрөҫ һанағандармы? Быны самалар өсөн ноябрь һәм декабрь айҙары квитанцияларындағы йылы хаҡын сағыштырып ҡарарға кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, декабрҙәге йылы хаҡы ноябрҙекенән уртаса 30-40 процентҡа ғына артығыраҡ була ала. Әлбиттә, йорттағы дөйөм счетчиктар дөрөҫ эшләп, дөрөҫ һанап торған шартта. Йәғни ноябрҙә шартлыса 1000 һум түләнгән тип алайыҡ. Быйылғы декабрҙә тыштың һыуығыраҡ булыуын һәм күберәк яғырға тура килеүен иҫәпкә алып, декабрь түләүе 1300-1400 һум булырға тейеш. Әммә арттырыу 80–200, хатта 300 процент булырға тейеш түгел – ялыу итеүселәрҙе ана шундай ҙур суммалар шаңҡытҡан.

Йәнә үтә ныҡ йылытыу тигән проблема ла бар, йәғни йылылыҡ һатыусы компания фатирҙарыбыҙҙы ныҡ йылыта, ә беҙ эҫенән бышлығырға йә тәҙрә асырға мәжбүр булабыҙ. Эҫеһенә күрә түләүе лә ныҡ ҡына артып китә. Быға юл ҡуймау өсөн торлаҡ биналарҙағы йылылыҡ нормативтарын белергә кәрәк. Ул – Цельсий буйынса плюс 20-22 градус. Тайпылыш 4 градусҡа ғына үҫә ала (кәмергә тейеш түгел).

Ошо дәүмәлдәрҙән артҡан йә кәмегән осраҡта нимә эшләргә кәрәген БСТ телеканалында Башҡортостан Торлаҡ һәм төҙөлөш надзоры буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов һөйләне.

Фатирҙа температура үрҙә әйтелгән норматив күрһәткестәрҙән кәм йә артыҡ булһа, был фактты теркәү өсөн идара итеүсе компаниянан кеше саҡырырға кәрәк. Әгәр унан бер кем дә килмәһә, фатирҙа йәшәүселәр, күршеләрен һәм йорт өлкәнен саҡырып, йылытыу буйынса сифатһыҙ хеҙмәт күрһәтелеү фактын махсус актта теркәргә тейеш. Фатир үтә ныҡ йылытылған осраҡта («перетоп») был акт йылы хаҡын ҡабаттан хисаплатырға нигеҙ була ала.

«БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең стратегия һәм энергия баҙарҙары буйынса директоры Тимофей Дубровский предприятиела бындай актты ҡабул итәсәктәрен раҫлай.

Торлаҡты үтә ныҡ йылытыу осраҡтарын йорттарҙың эске системалары эшендәге етешһеҙлектәр, шулай уҡ һауа торошона ҡарап, йылы биреүҙе көйләп тороу мөмкинлегенең булмауы менән аңлаталар. Шул сәбәпле оҙатылған йылының температураһын көйләү бер нисә сәғәттән бер нисә тәүлеккә тиклем һуҙыла ла китә икән.

«Башинформ» фотоһы.

Читайте нас: