+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 19:54

ДҮРТӨЙЛӨЛӘ ЯҢЫ ТОМОГРАФТЫ ЭШЛӘТЕП ЕБӘРГӘНДӘР

«Һаулыҡ» милли проекты ярҙамында Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына һатып алынған 80 киҫемле спиралле Aquilion Lightning компьютер томографын эшләтеп ебәргәндәр. Ул яңы коронавирус ауырыуын иҫкәртеү, диагнозлау (нурланыш диагностикаһын да индереп) һәм дауалауға тәғәйенләнгән. Аппарат 50 миллион һум тора.

Дауахананың баш табибы Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, яңы ҡорамал томографтарҙың ҡыҫыҡлығынан ҡурҡҡан пациенттарға ҡулай, йәнә ул хеҙмәтләндереү һәм диагноз ҡуйыу тиҙлеген арттыра.

Был аппаратта диагностика үтеү өсөн табип тәғәйенләүе талап ителә, шуға тәүҙә дауалаусы табипҡа күренеү мотлаҡ.

Читайте нас: