+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 12:34

ИҢ ОҪТАҺЫ КЕМ БУЛЫР ИКӘН?

«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижад кешеләре» проекты сиктәрендә Александр Тюлькин исемендәге ХV халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсы ойошторола. Был ярышта балалар художество, сәнғәт, музыка мәктәптәрендә уҡыусылар, изостудиялар тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша ала.Конкурс ике этапта үтә.

«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижад кешеләре» проекты сиктәрендә Александр Тюлькин исемендәге ХV халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсы ойошторола. Был ярышта балалар художество, сәнғәт, музыка мәктәптәрендә уҡыусылар, изостудиялар тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша ала. Конкурс ике этапта үтә.

I һайлап алыу этабында ҡатнашыу өсөн эштәрҙең фотоһүрәттәрен Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбенә [email protected] адресына ебәрергә кәрәк.
II этап – халыҡ-ара этап, ул тәүге этапта һайлап алынған эштәр араһында үтә. Һайланған эштәрҙе 10 марттан 10 апрелгә тиклем 450001, г. Уфа, ул. Бабушкина, д. 25, МБУДО ДХШ № 2 адресына ебәрергә кәрәк була.


Конкурс номинациялары: Рәсем (акварель, гуашь); Уникаль графика (ҡәләм, йомшаҡ материалдар, майлы пастель, тушь, перо һ.б.); Баҫма графика (офорт, литография, линогравюра, ҡатырғала гравюра, монотипия һ.б.); Компьютер графикаһы; Скульптура (гипстан ҡойоу, балсыҡ, ағас, бәләкәй формалар скульптураһы, папье-маше, хәҙерге материалдар); Биҙәү-ҡулланма сәнғәт (гобелен, туҡыу, ҡорама, кейеҙ баҫыу, автор ҡурсағы, туҙ, керамика, костюм-образ һ.б.); Сәнғәт ғилеме.

II этапҡа үткән эштәр исемлеге 26 апрелдә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика уҡытыу-методика үҙәге сайтында һәм 2-се балалар художество сайтында, шулай уҡ ошо ойошмаларҙың ВКонтакте селтәрендәге биттәрендә баҫыла. Уларҙы 10 майға тиклем ебәрергә кәрәк була. Иң яҡшы эштәрҙән төҙөлгән экспозиция 30 августан 12 сентябргә тиклем Өфө художество галереяһында эшләйәсәк.

Читайте нас: