+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 13:25

МУЛЬТИМЕДИА-ГИД ӨЙҘӘ УЛТЫРҒАНДАРҘЫ ЛА МУЗЕЙҘАР БУЙЛАП ГИҘҘЕРӘ

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә былтыр «Артефакт» платформаһына Рәсәй музейҙарынан 78 яңы күргәҙмә ҡуйылған. Унда, әлбиттә, Башҡортостан музейҙары ла ҡатнаша.

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә былтыр «Артефакт» платформаһына Рәсәй музейҙарынан 78 яңы күргәҙмә ҡуйылған. Унда, әлбиттә, Башҡортостан музейҙары ла ҡатнаша.

«Артефакт»та «Башҡортостан Республикаһы Милли музейының экспозициялары», Туймазы районы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының «Этнография залы», Дүртөйлө районы музейынан «Дүртөйлө төбәгенең тәбиғәте һәм тарихы», Бәләбәй районы Надеждин ауылынан «Аксаковтар ғаиләһе музейының ҙур ҡунаҡ бүлмәһе» урын алған. 2019 йылда проектҡа Башҡортостан республика Хәрби Дан музейы менән М. Нестеров ис. Башҡортостан дәүләт художество музейы ингәйне инде.

Күргәҙмәләр һәм коллекциялар тасуирламаһы инглиз теленә лә тәржемә ителгән.

Платформала Рәсәйҙең төрлө төбәктәре музейҙары ҡатнаша. Көнкүреш һәм раритет ҡорал тупланмалары, коллекцион китаптар, археология табылдыҡтары, танылған рәссамдарҙың әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин. Зәргәр оҫталары, халыҡ кәсептәрен һаҡлаусылар тураһында мәғлүмәт алып була. Биографиялы күргәҙмә проекттары билдәле мәҙәниәт, тарих, сәнғәт эшмәкәрҙәре тураһында һөйләй.

Эпидемиологик сикләүҙәр осоронда мультимедиа-гидтар экспозицияларҙы ҡарауҙы еңелләштерә. Музейға барған кешеләр «Артефакт» ҡушымтаһы ярҙамында экспонаттар тураһында төплө мәғлүмәт ала, ә музейға бара алмағандар үҙен ҡыҙыҡһындырған күргәҙмәләрҙе өйөндә ултырып ҡына ҡарай ала.

«Мәҙәниәт» милли проекты 2024 йылға тиклем бөтә Рәсәй буйынса тағы 450 мультимедиа-гид булдырырға йыйына. «Артефакт» платформаһына теләгән бер мәҙәниәт учреждениеһы бушлай ҡушыла ала. Проет эшләгән осорҙа платформаға 1400 мәҙәниәт учреждениеһы ҡушылған.

Читайте нас: