Салауат ҡалаһының 18-се урта дөйөм белем мәктәбе 2019 йылдан бирле «Цифрлы белем биреү мөхите» милли проектында ҡатнаша. Милли проект мәктәпкә заманса һәм хәүефһеҙ цифрлы мөхит булдырыу, мәғлүмәт-аралашыу инфраструктураһын яңыртыу, кадрҙар әҙерләү мөмкинлеген биргән. Был хаҡта Салауат ҡалаһының Мәғариф идаралығы хәбәр итә.
Ошо көндәрҙә мәктәп тағы яңы ҡорамалдар – ике интерактив панель, уҡыусыларға 30 дана нетбук, уҡытыусыларға 8 ноутбук, күп функциялы ҡорамалдар алған.
Заманса цифрлы ҡорамалдар уҡыусыларға белем биреү сифатын яҡшыртҡан, уларға дистанциялы олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеген арттырған. Был мәктәп уҡыусылары «Фоксфорд», «Учи.ру», «Skysmart», «Инфоурок» кеүек абруйлы онлайн-олимпиадаларҙа; Кесе фәндәр академияһының халыҡ-ара конкурстарында көсөн һынаған. Милли проектта ҡатнашыу осоронда дистанциялы олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа 950 уҡыусы ҡатнашып, уларҙың 365-е еңеүсе һәм призер булған.