Интернет селтәрендә «Ярмарка Мастеров» платформаһы киң билдәле һәм күптәргә таныш. Башҡортостан Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының Халыҡ художество кәсептәре үҙәге урындағы оҫталарға ошо майҙанға инеү буйынса ярҙам итергә булған. «Ярмарка Мастеров» платформаһына урынлашып, тауарҙарын танытыу, һатыу йәһәтенән дәүләт ярҙамы алырға теләүселәр үҙәккә ғариза бирергә тейеш була. Был хаҡта БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ярҙам «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ итеү» милли проекты нигеҙендә күрһәтелә. Маҡсат – Башҡортостан һөнәр эйәләренең тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен яңы баҙарҙарға сығарыу һәм киң танытыу.
«Ярмарка Мастеров» электрон сауҙа платформаһы аша уникаль тауарҙарын тәҡдим итеүселәр һәм һатыусылар һаны – 100 меңдән ашыу. Платформа Рәсәй экспорт үҙәге версияһы буйынса төп маркетплейстарҙың тәүге 10-ы иҫәбенә итә, шулай уҡ handmade оҫталары, Рәсәй брендтары, дизайнлы тауарҙарҙы баһалаусылар өсөн иң эре D2C-платформа булып һанала. Унда ай һайын 8 миллиондан ашыу кеше инә.
Ғаризалар 1 февралгә тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Операторҙың телефоны: 8(347)292-77-45.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 224-99-99, өҫтәмә 301.