+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 21:37

Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар! Янғындан һаҡ булығыҙ! “МАЛАЙЫҢ СЫҒЫП ТА ӨЛГӨРҘӨ, ТҮБӘ ЕМЕРЕЛӘ ЛӘ БАШЛАНЫ”

Көн дә, тиерлек, хәүеф-хәтәр тураһында ишетелә, яҡындар, дуҫтар булмаһа ярар ине, тип әллә уйлап өлгөрәһең, әллә юҡ, үҙ мәшәҡәттәрең менән булып, ғүмер йөгөн тартҡан булаһың. Бөгөн дә үҙемдең ғәҙәти хеҙмәтемде атҡарырға тип, эшкә килә ята инем, элекке коллегам, Иглин районы ир уҙаманы, өс бала атаһы Илфат ағайҙы уйлап алдым: “Шылтыратышҡан юҡ, берәй көн хәлен белергә кәрәк”. Уның көр тауышын ишетһәң, дәрт, кәр, үҙ-үҙеңә ышаныс арта. Эшемә килеп тә еттем, уйҙарымды белеп торғанмы ни, Илфат ағайым шылтыратып та ебәрҙе. – Шунан, хәлдәр нисек, Илфат ағай? – тинем. – Хәлдәрме? Барактың янып бөткәнен күҙәтеп торам әле, – тип яуапланы ағай. Мин, әллә яңылыш ишеттемме, тип һорай һалдым: – Нимә? Нимә булды? Нимә тиһең? – Телевизор ҡарамайһыңмы ни? Беҙҙең өй янып китте бит, Нижегородкала. Бөгөн көнө буйы күрһәтәләр, һөйләйҙәр! Ҡатын менән беҙ икәү – эштә, оло ҡыҙыбыҙ уҡыуҙа саҡта, иртән беҙҙең фатир урынлашҡан йортҡа ут ҡапҡан. – Ә балаларың иҫәнме? – мине ҡурҡыу ялманы.

Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар!

Янғындан һаҡ булығыҙ!

“МАЛАЙЫҢ СЫҒЫП ТА ӨЛГӨРҘӨ, ТҮБӘ ЕМЕРЕЛӘ ЛӘ БАШЛАНЫ”


Көн дә, тиерлек, хәүеф-хәтәр тураһында ишетелә, яҡындар, дуҫтар булмаһа ярар ине, тип әллә уйлап өлгөрәһең, әллә юҡ, үҙ мәшәҡәттәрең менән булып, ғүмер йөгөн тартҡан булаһың. Бөгөн дә үҙемдең ғәҙәти хеҙмәтемде атҡарырға тип, эшкә килә ята инем, элекке коллегам, Иглин районы ир уҙаманы, өс бала атаһы Илфат ағайҙы уйлап алдым: “Шылтыратышҡан юҡ, берәй көн хәлен белергә кәрәк”. Уның көр тауышын ишетһәң, дәрт, кәр, үҙ-үҙеңә ышаныс арта.

Эшемә килеп тә еттем, уйҙарымды белеп торғанмы ни, Илфат ағайым шылтыратып та ебәрҙе.

– Шунан, хәлдәр нисек, Илфат ағай? – тинем.

– Хәлдәрме? Барактың янып бөткәнен күҙәтеп торам әле, – тип яуапланы ағай.

Мин, әллә яңылыш ишеттемме, тип һорай һалдым:

– Нимә? Нимә булды? Нимә тиһең?

– Телевизор ҡарамайһыңмы ни? Беҙҙең өй янып китте бит, Нижегородкала. Бөгөн көнө буйы күрһәтәләр, һөйләйҙәр! Ҡатын менән беҙ икәү – эштә, оло ҡыҙыбыҙ уҡыуҙа саҡта, иртән беҙҙең фатир урынлашҡан йортҡа ут ҡапҡан.

– Ә балаларың иҫәнме? – мине ҡурҡыу ялманы.

– Эйе, – тип дауам итә ағай, – уртансы ҡыҙ менән кинйә улым йоҡлап ятҡан. Ярай әле, күрше малай хәжәтенә тип сыҡҡанында, янғынды күреп, күршеләрен уятырға ташланған. Беҙҙең дә ишеккә типкән, беҙҙекеләр, йоҡлап ятҡан улым менән ҡыҙым, уянып, эске кейемдә генә булғандар, тышҡа сығып ҡотолғандар. Бөтә булған донъябыҙ, барлыҡ документтар – янды инде. Мин ҡайтып еткәндә, улым футболкасан ғына ине әле. Бер нәмәһеҙ тороп ҡалдыҡ. Күрше малай һөйләне: “Малайың сығып та өлгөрҙө, түбә емерелә лә башланы”. Ярай, уятҡан, ярай, ҡотҡарған!

Дуҫтар, туғандар, коллегалар, таныштар һәм таныш булмағандар! Янғындан һуң бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалған Регина менән Илфат Исмәғилевтар ғаиләһенә ярҙам кәрәк. Кем күпме һала ала - 10 һум да, 50 һум да - аҡса. Был мәжбүри эш түгел, күңел ғәмәле. Мин дә күсерҙем.


Ғаилә башлығы – Илфат Хатмулла улының Сбер картаһына беркетелгән телефоны: +7 917 417-99-82


Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ!

Яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Читайте нас: