+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 20:16

СТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘЙӘҮЛЕЛӘРЕНЕҢ ЮЛЫ ЯҠТЫРАҠ БУЛЫР

Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йәйәүле юлдарына өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡтыртҡыстар ҡуйыу «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.Урамдар яҡты булһа, йәйәүле үткәүелдәрендә юл һәләкәттәре лә кәмей. Түбәндәге юл саттары һәм участкалары яҡтыртҡыстар менән йыһазландырыласаҡ:

Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йәйәүле юлдарына өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡтыртҡыстар ҡуйыу «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

Урамдар яҡты булһа, йәйәүле үткәүелдәрендә юл һәләкәттәре лә кәмей. Түбәндәге юл саттары һәм участкалары яҡтыртҡыстар менән йыһазландырыласаҡ:

- Богдан Хмельницкий–Совет урамдары саты;

- Ильич–Пантелькин урамдары саты;

- Ноғоманов–Карл Маркс урамдары саты;

- Коммунистик урамда «4-се Йорттар идаралығы» йәмәғәт транспорты туҡталышы;

- Тыныслыҡ урамында Хәлид бин Вәлид мәсете эргәһе;

- Көнбайыш урамында «ГИБДД» теркәү-имтихан бүлеге эргәһе.

Читайте нас: