-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 22:25

БАШҠОРТСА ЭШ КОСТЮМЫ ҺҮРӘТЛӘНЕШЕ РАҪЛАНДЫ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сараларында кейә торған стилләштерелгән башҡорт костюмының һүрәтләнеше тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Документ 21 ғинуарҙа хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылған. Ҡағиҙәләр дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, муниципаль чиновниктарға, ведомство дәүләт органдарының, ойошмаларҙың етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.Олег Яровиков («Башинформ») фотолары.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сараларында кейә торған стилләштерелгән башҡорт костюмының һүрәтләнеше тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Документ 21 ғинуарҙа хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылған. Ҡағиҙәләр дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, муниципаль чиновниктарға, ведомство дәүләт органдарының, ойошмаларҙың етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.

Башҡортостанда башҡорт эш костюмы буйынса регламент әҙерләнеүе тураһында Радий Хәбиров былтыр сентябрҙә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина менән осрашыуҙа уҡ әйткәйне.

Бойороҡта яҙылыуынса, ирҙәр өсөн стилләштерелгән башҡорт эш костюмы ярымбаҫма яғалы, ҡыя салғыйлы кәзәкиндән, лампаслы йәки классик салбарҙан, бер төҫтәге күлдәктән (баҫынҡы ғына сигеү менән биҙәлеүе мөмкин) тора, костюм төҫөндәге классик аяҡ кейеме тәҡдим ителә. Ирҙәр костюмына камзул, баҫынҡы төҫтәге билбау, түбәтәй өҫтәлә ала, балдаҡ һәм бирсәткә лә кейергә була.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың стилләштерелгән башҡорт эш костюмы еңе кәм тигәндә өстән ике оҙонлоҡта булған эш күлдәгенән, баҫынҡы ғына сигеүле бер тондағы блузка менән юбканан, эш пинжәгенән йә жилетынан, камзулдан тора, классик аяҡ кейеме костюм менән тап килеп торорға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ баҫынҡы ғына ювелир биҙәүестәре һәм бижутерия, селтәр, хәситә һәм мунсаҡ таға ала.

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр өсөн костюмдар бер тонда, сағыу булмаған төҫтә булырға тейеш. Уларҙы ирекле стилдәге кейем (джинса, шорт, үтә күренмәле блузкалар), ярашмаған аяҡ кейеме (кроссовка, шипатай, мокасин, босоножка, ҙур платформалы аяҡ кейеме), шулай уҡ классик стилгә тап килмәгән прическа менән кейергә ярамай.

Билдәле булыуынса, башҡорт эш костюмы кейеүҙе Радий Хәбиров башлап ебәргәйне. Уға костюмды Өфө модельеры Радик Хәйруллин теккәйне.

Олег Яровиков («Башинформ») фотолары.

Читайте нас: