+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2021, 16:56

Ҡар көрәү өмәһе бара

Бөгөн Башҡортостанда «Иғтибар итегеҙ ҡар!» тигән акция иғлан ителде. Уны идара итеүсе компаниялар башланы, учреждениелар, предприятиелар, айырым кешеләр ҡушылды. Был хаҡта Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.

Республиканың бөтә коммуналь ресурстары урамдарҙы, тыҡрыҡтарҙы, йорт араларын, ихаталарҙы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу менән мәшғүл. Йорттарҙың, биналарҙың ҡыйығынан да ҡар төшөрәләр. Өмәлә Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Кушнаренко, Ҡыйғы, Стәрлетамаҡ райондары халҡы айырыуса әүҙем ҡатнаша.

Министрлыҡ ҡар-боҙ таҙартыу барған урындарҙа халыҡты иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡыра.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайты фотолары.

Читайте нас: